Матур миңә дан булмаҫ та.
Өҫтөмдә йөрөр йән булмаҫ та
Мин сапҡанда ел ҡубыр ҙа.
Таш та ятып түҙә алмаҫ та
Эйәремдең ҡашында ла.
Булат-алмас ҡылысым да
Утҡа һалһаң иремәҫ тә,
Бер нигә тейеп тупармаҫ та.
Һөйөп тә алғас та Аҡбуҙын,
Һомай ҙа һылыу әйткән дә үҙенең хаҡ һүҙен:
“Күктә торҙоң йондоҙҙай,
Батыр көтөп тә,
Рухһыҙҙарын ырғытып та;
Бына килде батырҙар көтөп
Батырлығын да һайлапмы ла,
Матурлығын мы,
Береһен алаһың
Үҙеңә юлдаш
Миңә һөйгән йәр булыр ҙа
Һиңә булыр иптәш”.
һомай майҙан йыйған, ти ҙә
Аҡбуҙатын саҡырған, ти.
Күк күкрәп, шау килеп тә
Ерҙә дауыл ҡуптарып та
Йондоҙ һымаҡ атылып та
Аҡбуҙ толпар, атлығып та
Күктән килеп төшкән, ти ҙә
һомай һылыу алдында ла.
Килеп, башын эйгән, ти ҙә
Бөтә майҙан һоҡланған ти:
Ҡолағын беҙҙәй ҡаҙаған,
Ялын ҡыҙҙай тараған ти,
Елгә ҡоштай елпенеп тә,
Артында саң уйнатыр ҙа,
Хайран итер, уйлатыр ҙа.
Бына ошондай Аҡбуҙ ул.